Әлшәй хәбәрҙәре
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2021, 10:14

«Башҡорт ихаталары» программаһы ярҙамында 140 ихата биләмәһе төҙөкләндерелә

Быйыл «Башҡорт ихаталары» программаһы ярҙамында республиканың 21 ҡалаһында 140 ихата биләмәһе комплекслы төҙөкләндерелә. Был турала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр.

Быйыл «Башҡорт ихаталары» программаһы ярҙамында республиканың 21 ҡалаһында 140 ихата биләмәһе комплекслы төҙөкләндерелә. Был турала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр.

Милекселәрҙең взностары менән бергә дөйөм бюджет – 742 миллион һум.

«Март аҙағына тиклем подряд ойошмаларын һайлау буйынса конкурс процедуралары тамамлана. Шул уҡ ваҡытта республиканың ете ҡалаһында һатыулашыу йомғаҡтары буйынса 127 миллион һумдан аҡсаның 10 процентын экономияларға мөмкин булды», — тип өҫтәнеләр ведомствола.

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров киләһе йылда ихаталарҙы төҙөкләндереүгә әҙерләнә башларға ҡушты. 1 авгусҡа тиклем йортта йәшәүселәр менән дизайн-проекттарҙы тикшерергә һәм проект-смета документацияһын яҡларға кәрәк.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, быйыл Өфөлә «Башҡорт ихаталары» программаһына 303 миллион һум бүленә, 78 күп фатирлы йорттоң 17 ихата биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырыла.

Галина Бахшиева
Фото: Башинформ.
Читайте нас: