Йыл һайын 15 мартта Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө билдәләп үтелә. Быйыл ул “Пластик материалдар менән тирә-яҡты бысратыуға ҡаршы көрәш” тигән девиз аҫтында уҙасаҡ.
Ошо көн алдынан район хакимиәтендә “ҡыҙыу линия” эшләй башланы. Белгестәр ҡулланыусыларға ғына түгел, хужалыҡ итеүсе субъекттар вәкилдәренә лә ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендәге закондар тураһында консультация бирә, дәғүәләр төҙөүҙә ярҙам итә.
“Ҡыҙыу линия” телефоны: 8(34754) 3-14-04. Шылтыратыуҙар 9 сәғәттән 18 сәғәткә тиклем, эш көндәрендә 31 мартҡа тиклем ҡабул ителә.
Шулай уҡ район хакимиәтенең 13-сө бүлмәһенә шәхсән мөрәжәғәт итергә мөмкин.