Әлшәй хәбәрҙәре
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2021, 12:43

Ҡайһы бер сикләүҙәр бөтөрөлә

Республикала хәлдең тотороҡлолоғон иҫәпкә алып, ковидҡа ҡаршы штаб ултырышында ҡайһы бер сикләүҙәр бөтөрөлдө.

Хәҙер театрҙар, кинотеатрҙар һәм мәҙәниәт йорттары үҙ залдарын тулыһынса тултыра аласаҡ. Санитария-эпидемиология талаптарын ҡәтғи үтәгәндә генә спорт ярыштары өсөн дә сикләүҙәрҙе бөтөрөү планлаштырыла, быға битлек режимы, социаль дистанция, шулай уҡ биналарҙы санитар эшкәртеү инә.

65 йәштән өлкәндәр һәм хроник ауырыуҙары булған кешеләр өсөн үҙ аллы изоляция һаҡлана, ул әлегә 25 мартҡа тиклем оҙайтылған.

Читайте нас: