Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2021, 09:35

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн

Ағымдағы йылда Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 2,4 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Сумманың 1,5 миллиарды – федераль ҡаҙнанан. Был һандарҙы республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив кәңәшмәһендә министр урынбаҫары Динара Еникеева белдерҙе.

Ағымдағы йылда Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 2,4 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Сумманың 1,5 миллиарды – федераль ҡаҙнанан. Был һандарҙы республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив кәңәшмәһендә министр урынбаҫары Динара Еникеева белдерҙе.
Йыһаз-ҡоролмалар медицина учреждениеларына ҡайтарыла башлаған да, ағымдағы йылдың 1 мартына милли проект өсөн тәғәйенләнгән дөйөм сумманың 5% үҙләштерелгән.
– Милли проекттарҙы ике йыл дауамында тормошҡа ашырыу осоронда республика 135 фельдшер-акушер пунктлы һәм дүрт ауыл табип амбулаториялы булды. Ағымдағы йылдан ФАП-тар “Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялау” программаһы буйынса төҙөләсәк, – тип белдерҙе Динара Еникеева.
Быйыл шулай уҡ 85 миллион һум аҡса төбәктәге санитар авиацияны үҫтереүгә йүнәлтелгән. “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш” проекты сиктәрендә һигеҙ төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәре һәм беренсел ҡан тамырҙары бүлектәре заманса йыһазландырыласаҡ. 17 дана медицина ҡорамалдары һатып алынған да, шул иҫәптән Күмертау дауаханаһы өсөн ангиограф һәм ике компьютер томографы.
“Онкологик сирҙәр менән көрәшеү” төбәк проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында биш медицина ойошмаһы заманса йыһазландырыласаҡ. 10 дана ҡоролма һатып алынасаҡ, шул иҫәптән ике магнит-резонанс томографы һәм ике мультиспиралле компьютер томографтары.
“Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялау” программаһы сиктәрендә ағымдағы йылда 3 миллиард һум самаһы аҡсаны үҙләштереү күҙаллана. Әлеге ваҡытта биш поликлиника, 66 ФАП һәм ике табип амбулаторияһы төҙөлә башлаған. 55 дана медицина ҡоролмалары һәм 77 автомобиль транспорты һатып алынасаҡ.
Әйтергә кәрәк, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла.
Фото: bash.news
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: