Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2021, 12:23

Яҡташтарға ярҙамға – “Атайсал”

Республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан тыуған ҡалаларына һәм ауылдарына ярҙам итеүсе меценаттарҙы берләштереүгә йүнәлтелгән проект эшләй башланы.

Республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан тыуған ҡалаларына һәм ауылдарына ярҙам итеүсе меценаттарҙы берләштереүгә йүнәлтелгән проект эшләй башланы.

“Атайсал”дың төп маҡсаты - Башҡортостанда тыуып үҫкән кешеләрҙе тыуған яғы менән күп яҡлы бәйләнеште нығытыу өсөн берләштереү һәм ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, һәр кем уның сәскә атыуына үҙ өлөшөн индерә алһын өсөн шарттар тыуҙырыу.

Проектты бойомға ашырыу өсөн рәсми сайт эшләй башланы. Теләге булған һәр кем унда теркәлеп, тыуған яғына ярҙам итеү буйынса үҙ проектын тәҡдим итә ала. Бындай инициатива тураһында шул биләмә етәкселеге белә һәм киләсәккә эш-ғәмәлдәрҙе билдәләй. Ярҙам төрҙәре һәм формалары шишмәләрҙе төҙөкләндереүҙән алып спорт майҙандары төҙөүгә тиклем булырға мөмкин. Барлыҡ тәҡдимдәр ҙә сайтта сағылыш табасаҡ, шунда уҡ уларҙы тормошҡа ашырыу барышын да күҙәтеп буласаҡ.

“Атайсал” бер нисә этапта ғәмәлгә ашырыласаҡ. Март һәм апрель айҙарында әүҙем мәғлүмәт биреп, ҡатнашыусыларҙан ғаризалар ҡабул ителәсәк, апрель аҙағында килеп тыуған мәсьәләләр буйынса фекер алышыу өсөн “түңәрәк өҫтәл” уҙа, ә май-сентябрь айҙарында меценат яҡташтарының тәҡдимдәре ғәмәлгә ашырыласаҡ. Октябрҙә “Яҡташлыҡ көсө” форумында, уны Радий Хәбиров Республика көнө уңайынан байрам сараларына арнарға тәҡдим итте, башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау планлаштырыла.

Читайте нас: