Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2021, 11:39

«Уңайлы интернет» проекты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә республикала «Уңайлы интернет» программаһының нисек ғәмәлгә ашырылыуын хәбәр итте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә республикала «Уңайлы интернет» программаһының нисек ғәмәлгә ашырылыуын хәбәр итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Уңайлы интернет» төбәк проектының инициаторы – республика хөкүмәте һәм «Башинформсвязь» йәмғиәте.

Күләмле проекттың төп маҡсаты – ауылдарҙа йәшәүселәрҙең интернет булмау мәсьәләһен хәл итеү, тип билдәләнеләр хөкүмәттә.

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың 30 ауылында төҙөлөш эштәре алып барыла. Проект, сүсле-оптик технологиялар ҡулланып, 262 бәләкәй ауылда бүлеү селтәрҙәре төҙөүҙе күҙ уңында тота.

«Быны дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә эшләйбеҙ. Сығымдарҙың яртыһын «Башинформсвязь» йәмғиәте үҙ өҫтөнә ала, — тип билдәләне республика етәксеһе. — Изоляция тәртибе һәм дистанциялы уҡытыу беҙгә көсһөҙ урындарҙы күрһәтте. Хатта ниндәйҙер кимәлдә рәхмәтлемен был хәлгә. Хәҙер аныҡ маҡсат – ауылдарыбыҙға интернет үткәреү. Тиҙлекле интернет, IP-телевидение һәм IP-телефония – республикала һәр кем ҡуллана алырлыҡ заманса минимум».

Был проекттың үҙенсәлеге шунда: интернет ауылға ғына түгел, ә граждандарҙың ғаризаһы буйынса һәр йортҡа еткерелә. Башҡортостанда бөтәһе 100 мең кешене һәм 40 меңгә яҡын йортто интернет менән тәьмин итеү күҙаллана.

Галина Бахшиева

Фото: социаль селтәрҙәр
Читайте нас: