Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2021, 11:11

Фермер продукцияһын етештереү артасаҡ

Быйыл Башҡортостан властары ауыл хужалығы етештереүендә фермер продукцияһы өлөшөн арттырырға иҫәпләй, тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Файзрахманов.

Быйыл Башҡортостан властары ауыл хужалығы етештереүендә фермер продукцияһы өлөшөн арттырырға иҫәпләй, тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Файзрахманов.

“2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса фермер продукцияһы өлөшө төбәктәге аграр сәнәғәт комплексының дөйөм үҫеше буйынса 14 процент тәшкил итә. Был, 2019 йыл менән сағыштырғанда, 1,5 процентҡа күберәк. Һәм был процент үҫәсәк”, – тип белдерҙе ул шаршамбыла Өфөлә үткәрелгән “Фермерҙар мәктәбе” проекты сиктәрендә икенсе тапҡыр ойошторолған “Фермер мәктәбе”н асыу тантанаһында.

Был проектты Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамында "Россельхозбанк" ойоштора. Сарала профилле вуздар, ҙур эшҡыуарлыҡ вәкилдәре һәм фермерҙар ҡатнаша.

Илшат Файзрахманов бөгөнгө фермерлыҡтың быға тиклемгеһенән айырылыуы хаҡында әйтте. “Был – эшҡыуарлыҡта иң тәү сиратта крафт продукцияһын етештереү буйынса шәхси башланғыстың тормошҡа ашырылыуы. Шулай итеп, был эшмәкәрлеккә ауылда йәшәгәндәр ҙә ҡушыла. Ә улар беҙҙә – 4,5 мең ауыл, 818 ауыл биләмәһе”, – тине вице-премьер.

Ауылда эшҡыуарлыҡ үҫешенә “Яңы эш башлаған фермер”, “Ғаилә фермалары”, “Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының матди-техник базаһы үҫеше программаһы”, “Фермерҙарға ярҙам итеүҙең яңы системаһы һәм ауыл хужалығы кооперацияһы үҫеше” грант программалары сиктәрендә былтыр 724,3 миллион һум йүнәлтелгән. Ә был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Ауыл хужалығы сәнәғәте үҫеше” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

Автор: Айһылыу Низамова

Читайте нас: