Әлшәй хәбәрҙәре
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Февраль 2021, 11:27

Һөнәрҙе дөрөҫ һайлау мөһим

Мәшғүллек үҙәктәре мәктәп уҡыусыларына һөнәрҙәр донъяһында үҙ йүнәлешен табырға ярҙам итә.

Мәшғүллек үҙәктәре мәктәп уҡыусыларына һөнәрҙәр донъяһында үҙ йүнәлешен табырға ярҙам итә.

Һәр кем өсөн һөнәрҙе дөрөҫ һайлау бик мөһим. Был яуаплы аҙымды яһау һәм үҙ профессияңды һайлау өсөн үҫмерҙәргә хеҙмәт эшмәкәрлегенең төрлө йүнәлештәре, төрҙәре менән танышыу зарур.

Был йәһәттән Өфө ҡалаһындағы мәшғүллек үҙәктәренең профессиональ йүнәлеш һәм ойоштороу-методик үҙәктәре белгестәре әүҙем эшләй. Мәктәп уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре менән дәрестәр шәхсән дә, арауыҡта ла уҙғарыла.

Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.

Фото: республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова

Читайте нас: