Әлшәй хәбәрҙәре
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2021, 11:10

Һалым ташламалары тураһында

Федераль һалым хеҙмәтенең республика идаралығында граждандарҙың һәм ойошмаларҙың милкенә һалым ташламалары мәсьәләләре буйынса тура телефон бәйләнеше эшләй башланы.

Федераль һалым хеҙмәтенең республика идаралығында граждандарҙың һәм ойошмаларҙың милкенә һалым ташламалары мәсьәләләре буйынса тура телефон бәйләнеше эшләй башланы.

Һорауҙары булғандар 8 (347) 226-37-30 телефоны буйынса шылтыратып белешә ала. Мәҫәлән, Башҡортостанда ғәмәлдә булған һалым ташламалары, уларҙы файҙаланыу, ойошмаларҙың транспорт һәм ер һалымдары кеүек һорауҙар буйынса яуаптар алыу мөмкинлеге бар.

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының тура бәйләнеш телефоны эш көндәрендә 9 – 17 сәғәттә, йома көндө 16.15 сәғәткә тиклем эшләй. Тура бәйләнеш 31 мартҡа тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Ошо ваҡытҡа тиклем шылтыратып ҡалығыҙ.

Эшҡыуарҙар ҙа үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ала. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.

Фото: БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты.

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас в