Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2021, 13:09

“Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Аграр сәнәғәт комплексы предприятиелары “Башҡортостандың иң яҡшы тауары” конкурсында ҡатнаша ала.

Республикала “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсының төбәк этабы – “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурсына ғаризалар ҡабул итеү хаҡында иғлан иттеләр. Сарала биш номинация – “Етештереү-техник тәғәйенләнешле продукция”, “Халыҡ өсөн сәнәғәт тауарҙары (шул иҫәптән халыҡ һәм художество изделиелары)”, “Аҙыҡ-түлек тауарҙары”, “Халыҡ өсөн хеҙмәттәр”, “Етештереү-техник тәғәйенләнешле хеҙмәттәр” – билдәләнәсәк. Бынан тыш, заманса менеджментты файҙаланған предприятиелар өсөн был сара сиктәрендә “Сифат менеджментының иң яҡшы системаһы” һәм “Сифат буйынса иң яҡшы менеджер” конкурстары ла үткәрелә.

Республика конкурс комиссияһы ҡарауы өсөн ғариза һәм документтарҙы сараны ойоштороу комитетына 1 апрелгә тиклем тапшырырға кәрәк. Адрес: Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 7-се ҡат, 7-4 бүлмә. Белешмәләр өсөн телефон: (347)272-87-77, электрон почта - [email protected] .

Был конкурс быйыл 21-се тапҡыр үткәрелә. Ошо ваҡыт эсендә 500-ҙән ашыу башҡорт предприятиеһы ҡатнашҡан. Ә был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Аграр сәнәғәт үҫеше” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас в