Башҡортостанда ике ҙур юғары уҡыу йортон – Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университеттарын берләштереү мәсьәләһенә бәйле бәхәстәр дауам итә. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был йәһәттән үҙ фекерен белдерҙе.
– Иң ауыр ҡарарҙарҙы мин үҙ өҫтөмә алам. Әле беҙ ғилми проект – ҙур университет булдырыу алдында торабыҙ. Шул уҡ ваҡытта тар ҡарашлы кешеләрҙең провакациялары башланды. Улар аңламай, әгәр беҙ ҙур вуз булдырмаһаҡ, БДУ менән ӨДТАУ-ны берләштермәһәк, дәғүәле көрәштә еңеләсәкбеҙ, – тине республика етәксеһе.
Был турала Радий Хәбиров 8 февралдә йәш ғалимдар менән осрашҡан сағында ла фекерен әйткәйне. “Беҙҙә лайыҡлы кадрҙар, ғилми мәктәптәр бар. Тик дәғүәселек тә арта. Республикабыҙ тирәләй ҡеүәтле ғилми-белем биреү комплекстары, федераль университеттар булдырыла. Әгәр был йүнәлештә беҙ ҙә тырышмаһаҡ, киләсәктә еңелеүебеҙ ихтимал”, – тигәйне ул.
Әйткәндәй, университеттарҙы берләштереү идеяһын был уҡыу йорттары ректорҙары хуплаған. Ҡайһы бер ғалимдар һәм элекке ректорҙар ҡаршы сыҡҡан. Берләшеү тураһындағы ҡарарҙы вуздарҙың ғилми советтары ҡабул итергә тейеш.
Фото: Башинформ.