-5 °С
Болотло
15 февралдән Башҡортостанда халыҡҡа диспансеризация үткәрелә башлай, тип хәбәр итте республика етәксеһе Радий Хәбиров дүшәмбе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
«Мин бөтә чиновниктарҙан да диспансеризация үтеүҙәрен һорайым, сөнки һеҙ һөҙөмтәле эшләгән һәм һау-сәләмәт килеш кәрәкһегеҙ. Әлбиттә, республикала йәшәүселәрҙең барыһына ла диспансеризация үтеү зарур».
Поликлиникаларға һәм башҡа дауалау учреждениеларына халыҡҡа диспансеризация үткәреү графигын төҙөү бурысы йөкмәтелде.
«Юғиһә, беҙ үлем осраҡтарын кәметеү планын үтәй алмаҫбыҙ», — тине Радий Хәбиров һәм үҙенең диспансеризация үткәнен өҫтәне.
Галина Бахшиева