Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2021, 11:13

«Уңайлы интернет» проекты ғәмәлгә ашырыла

Башҡортостанда «Уңайлы интернет» проекты ғәмәлгә ашырыла башланы, уның инициаторы – республика хөкүмәте һәм «Башинформсвязь» йәмғиәте.Күләмле проекттың төп маҡсаты – ауылдарҙа йәшәүселәрҙең интернет булмау мәсьәләһен хәл итеү, тип билдәләнеләр хөкүмәттә.

Башҡортостанда «Уңайлы интернет» проекты ғәмәлгә ашырыла башланы, уның инициаторы – республика хөкүмәте һәм «Башинформсвязь» йәмғиәте.

Күләмле проекттың төп маҡсаты – ауылдарҙа йәшәүселәрҙең интернет булмау мәсьәләһен хәл итеү, тип билдәләнеләр хөкүмәттә.

Проект, сүсле-оптик технологиялар ҡулланып, 262 бәләкәй ауылда бүлеү селтәрҙәре төҙөүҙе күҙ уңында тота.

Был проекттың үҙенсәлеге шунда: интернет ауылға ғына түгел, ә граждандарҙың ғаризаһы буйынса һәр йортҡа еткерелә. Башҡортостанда бөтәһе 100 мең кешене һәм 40 меңгә яҡын йортто интернет менән тәьмин итеү күҙаллана.

Фото: Башинформ.

Читайте нас: