Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2021, 12:08

Яңы проект уңышлы старт алды

М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында “Ҡанатлан!” проектының тәүге ҡарлуғастары бар.

М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында “Ҡанатлан!” проектының тәүге ҡарлуғастары бар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер йыл элек республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән яңы белем биреү проекты эшләй башланы, уның төп бурысы - өлкән синыф уҡыусыларын оло тормошҡа әҙерләү. Ойоштороусылар мәктәпте тамамлаусыларҙың заманса йәмғиәттә белем менән бергә уларҙың конкуренцияға һәләтлелеген дә арттырыу өсөн төрлө йүнәлештәге программалар комплексын эшләгән, атап әйткәндә, сит һәм туған телдәрҙе белеү, машина йөрөтөү, спорт менән шөғөлләнеү, шахмат уйнау һәм хатта бейергә өйрәнеү.

Яңы проект М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында ла уңышлы старт алды. Уҙған уҡыу йылы аҙағында «Сәләмәт йылмайыу» модуле сиктәрендә мәктәптә заманса йыһазландырылған стоматология кабинеты асылды. Бөгөн балалар бында профилактик тикшереү уҙа, табип-стоматолог консультацияһы ала, тештәрен дауалай.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты бихисап төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуға ла юлдар асты.
Читайте нас: