Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Февраль 2021, 14:46

Халыҡ иҫәбен алыу апрелдә уҙасаҡ

Ун йыллыҡтың төп статистик ваҡиғаһы – ун икенсе Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу “Киләсәкте булдырабыҙ!” девизы аҫтында үтәсәк

Билдәле булыуынса, халыҡ һанын алыу 2020 йылдың көҙөнә планлаштырылғайны. Әммә коронавирус пандемияһына бәйле, Рәсәй Хөкүмәте тарафынан уны 2021 йылдың апреленә күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был сараның ҡасан үтеүе, унда кемдәр ҡатнашасағы хаҡында Әлшәй районында халыҡ иҫәбен алыу буйынса уполномоченный Фәһимә Салауат ҡыҙы ШӘНГӘРӘЕВА һөйләй:

- Иң элек һуңғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың 2010 йылда булып үтеүе тураһында хәтерегеҙгә төшөрәм. Быйыл ул 1 апрелдән 30 апрелгә тиклем уҙа. Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу ирекле. Кешеләр алдан әҙерләнгән халыҡ иҫәбен алыу ҡағыҙҙарындағы һорауҙарға яуап бирергә тейеш. Улар нигеҙҙә кешенең йәше, никах торошо, белеме, балалар һаны, милләте, телдәрҙе белеү-белмәү кимәле, йәшәү урыны, йәшәү шарттары, килем сығанағы (хеҙмәт хаҡы, пенсия, пособие), йәшәгән биналарының уңайлылығы, эш менән тәьмин ителгәнлегенә ҡағыла. Бер һүҙ менән әйткәндә, рәсәйҙәр өсөн 33, беҙҙә ваҡытлыса йәшәгән сит ил граждандарына 7 һорауға яуап бирергә кәрәк буласаҡ.

Төп яңылыҡ – халыҡ иҫәбе алыусының өйгә килгәнен көтөп ултырмай, “Дәүләт хеҙмәттәре” ҡушымтаһы йәки “Минең документтарым” күп функциялы үҙәге бүлексәһендә һорауҙарға үҙ аллы яуап бирергә була. Артабан һеҙгә үҙенсәлекле һанлы код киләсәк, һеҙ уны планшет, смартфон экранынан йәки баҫма вариантта иҫәп алыусыға күрһәтергә тейешһегеҙ, шулай уҡ стационар участкалар ҙа эшләйәсәк. Һәр кем иҫәпте үҙенең даими йәшәү урыны буйынса үтә. Уның ҡайҙа теркәлеүе бер ниндәй әһәмиәткә эйә түгел. Йыйылған мәғлүмәттәр киләһе ун йыллыҡҡа мәҙәни, социаль, һәм иҡтисади программалар төҙөү өсөн нигеҙ булып тора.

Теркәүселәрҙең йорттарҙы тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, Әлшәй районында даими йәшәүсе халыҡ һаны 38455 кеше тәшкил итә. Мәғлүмәт йыйыу өсөн стационар участкаларҙан 12 иҫәп алыусы, 12 контролер, иҫәп участкаларынан 70 кешене йәлеп итеү планлаштырылған. Резерв иҫәбе менән халыҡ иҫәбен алыусылар һаны 108 кеше. Әлеге көндә кадрҙар әҙерләү эше тамамланған.

Стационар участкалар түбәндәгесә урынлаштырыла: Шафран ауылында – 1, Аксенда – 2, Раевка ауыл Советында – 4, “Землемер” предприятиеһында – 2, “Кадастр+” йәмғиәтендә өс иҫәп алыу участкаһы буласаҡ.

Теркәүселәр алдан тикшереп сыҡҡандан һуң, күп йорттарҙың номерҙары һәм урам исемдәре яҙылған аншлагтарҙың юҡлығы асыҡланды. Адрестарҙы тәртипкә килтереү – халыҡ иҫәбен алыуға әҙерләнеү иң мөһим мәсьәләләренең береһе, халыҡ иҫәбен алыусыларҙың эште ойошҡан рәүештә үткәреүе ошо проблеманың ваҡытында хәл ителеүенә бәйле, ә был үҙ сиратында – мөһим дәүләт сараһының һөҙөмтәһе лә ул.

Ирина ВЛАДИМИРОВА әҙерләне.

Читайте нас: