Әлшәй хәбәрҙәре
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Февраль 2021, 11:19

Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү буйынса

2021-2024 йылдарҙа Башҡортостанда ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү буйынса проекттарға 50,8 миллиард һум инвестициялау планлаштырыла, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

2021-2024 йылдарҙа Башҡортостанда ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү буйынса проекттарға 50,8 миллиард һум инвестициялау планлаштырыла, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Яңы етештереү урындарында 4,1 мең кеше эш урыны менән тәьмин ителәсәк. Ведомство 2021-2026 йылдарҙа аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте үҫеше концепцияһын эшләгән. Шулай итеп, эшкәртеү менән шөғөлләнгән аграр компанияларға сеймалды, техниканы һәм ҡоролмаларҙы һатып алыу өсөн киткән сығымдарҙы ҡаплауға субсидиялар һәм компенсациялар, шулай уҡ эшкәртеү кооперативтарын ойоштороу өсөн 14 миллион һумға тиклем гранттар биреләсәк.

Төбәктә ит менән тәьмин итеү – 89, сыр менән – 51, он менән 39 процент тәшкил итә. Артығы менән шәкәр (215,8 процент),һөт (125 процент), үҫемлек майы (581 процент) етештерелә.

2017-2020 йылдарҙа республикала ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү буйынса инвестиция күләме 3,4 миллиард һум тәшкил иткән ҙур ете проект барлыҡҡа килгән. Һөҙөмтәлә 618 яңы эш урыны булдырылған. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендәге “Агросәнәғәт комплексы үҫеше” милли проектының төп маҡсаттарының береһе.

Автор: Айһылыу Низамова.

Читайте нас в