Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2021, 14:35

Бәләкәй ауылдың ҙур мәсьәләһе

Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында Ҡыҙыл ауыл Советының Орловка ауылы халҡы ла ҡатнашырға ниәтләй.

Был ауылдағы йорттарҙың һанын бармаҡ менән генә һанарлыҡ, 23 өйҙөң өсәүһе буш тора, барлығы утыҙ бишләп кеше йәшәй. Әммә халыҡтың проблемалары етерлек. Ҙур ауылдарҙа йәшәүселәрҙе борсоған мәсьәләләр уларҙы ла борсомай ҡалмай, әлбиттә. Һәм уларҙы хәл итеү ҙә күпкә ҡатмарлыраҡ. Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына ярашлы ауылдарҙы төҙөкләндереүгә һиҙелерлек ярҙам алыу мөмкинлеген белеп, Орловкала йәшәүселәр ҙә был проектта ҡатнашырға булған.

Быға тиклем ауыл Советының ике проекты һайлап алыу турында еңеп сыҡҡайны, 2016 йылда Тавричанка ауылы зыяратын яңырттылар, ә 2017 йылда ошо уҡ ауылда Гагарин урамындағы юлды ремонтланылар. Алдағы осрашыуҙарҙа, анкета тултырғанда бөтә нескәлектәрҙе тикшереп, йомғаҡлау йыйылышында орловкалар ауыл эсендәге юлды тәртипкә килтерергә тигән берҙәм фекергә килде.

Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса ремонтҡа 400 мең һум аҡса талап ителә. Ауыл халҡы кәрәкле сумманың 15 процентын, йәғни һәр йорттан 2250 мең һум йыйырға ҡарар итте. Орловкала башлыса пенсионерҙар йәшәүен иҫәпкә алғанда, был аҙ аҡса түгел, әлбиттә. Шундай уҡ сумма - 45 мең һумды муниципалитет бүләсәк. Бағыусы ла тапҡандар – “Таврос” компаниялар төркөмө” йәмғиәте ярҙам итергә вәғәҙә биргән. Программала еңеп сыҡһалар, орловкалар урамдағы юлды тигеҙләү өсөн республика ҡаҙнаһынан 300 мең һум аҡса аласаҡ.

Орловка халҡына уңыштар теләйбеҙ, кескәй генә ауылдың оло проблемаларының береһе ыңғай хәл ителһен ине.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: