Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2021, 11:25

Ташлылар трактор һатып алырға булды

Ташлы ауыл Советында йәшәүселәр ҙә урындағы инициативаларҙы хуплау программаһында ҡатнашыу буйынса йомғаҡлау йыйылышын үткәрҙе.

Һәр торлаҡ пунктының, ҡала йәки ауыл булһынмы, хәл ителмәгән мәсьәләләре бихисап. Масштабы һәм әһәмиәтлелеге буйынса төрлө булғанға, улар үҙҙәренә ҡарата шәхси ҡараш та талап итә. Халыҡтың үҙенән башҡа, уларҙы бер кем дә яҡшыраҡ хәл итә алмай. Бер нисә йыл элек был эштә ауыл халҡына ярҙамға урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы эшләй башланы. Был программаға ташлылар ҙа ҡушылырға ҡарар итте.

Ауыл биләмәһенең Ташлы, Таштүбә һәм Баязит ауылдарында йәшәүселәр урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы сиктәрендә теге йәки был мәсьәләне хәл итеү тураһында үҙ теләктәрен алдан үткәрелгән йыйылыштарҙа еткерҙе, билдәле сәбәптәр буйынса, улар социаль дистанцияны күҙәтеп, бер нисә кеше ҡатнашлығында уҙҙы. Ә 65 йәштәге һәм унан өлкәнерәктәр өсөн анкета үткәрелде.

Йыйылышта Ташлы ауылы зыяраты ҡоймаһын ремонтлау, балалар майҙансығы урынлаштырыу һәм биләмә ихтыяждары өсөн МТЗ-82 тәгәрмәсле трактор һатып алыу мәсьәләләре ҡаралды. Фекер алышыу ҡыҙыу бәхәскә әйләнмәне, сөнки йыйылыусылар бер тауыштан техника һатып алыу өсөн ризалыҡ бирҙе.

Ташлы ауыл Советына трактор бөтә миҙгелдә лә кәрәк, тиерлек. Ауыл хозур тәбиғәт ҡосағында, тауҙар араһында урынлашҡан һәм ҡышын ҡар-бурандар халыҡҡа күп мәшәҡәттәр тыуҙыра. Яҙын, йәйен һәм көҙөн дә техниканан башҡа булмай. Өмәләр ваҡытында сүп-сар түгергә, тормош та бер урында ғына тормай, ауыл халҡы йорттар төҙөй, иҫке ҡоролмаларҙы һүтә, ҡалдыҡтарҙы сығарырға кәрәк. Шуға ла Ташлы халҡы урындағы башланғыстарҙы хуплау программасында ҡатнашырға һәм конкурс һайлап алыуында еңергә уйлай.

Трактор һатып алыу 1 миллион 350 мең һумға төшәсәк. Һәр йорттан, ә улар 220-нән ашыу, 700-әр һум аҡса йыйырға ҡарар ҡабул ителде. Бағыусылар ҙа ярҙам итәсәк. Урындағы бюджеттан 150 мең һум аҡса бүленәсәк.

Йомғаҡлау йыйылышында ҡатнашыусылар шулай уҡ ете активистан торған инициатива төркөмө булдырҙы. Уға Рәйес Зәйҙуллин етәкселек итә.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: