1 февралдән федераль льготасылар өсөн айлыҡ аҡсалата түләүҙәр күләме 4,9 процентҡа артты.
Ул Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарына һәм унда ҡатнашыусыларға, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, блокадалағы Ленинградта йәшәүселәргә, һуғышта һәләк (вафат) булған һуғыш инвалидтарының ғаилә ағзаларына, I, II, III төркөм инвалидтарға һәм инвалид балаларға, радиация йоғонтоһона дусар булған граждандарға ҡағыла.
Шулай уҡ натураль йәки аҡсалата формала күрһәтелгән айлыҡ аҡсалата түләүҙәр составына инеүсе социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы күләме лә 4,9 процентҡа артты. Ул 1 февралдән айына 1211,66 һум тәшкил итә. Шуның 933,25 һумы - дарыуҙар, медицина изделиелары һәм инвалид балалар өсөн дауалау туҡланыуына, 144,37 һумы – шифахана - курорт дауалауына, 134,04 һумы – ҡала яны тимер юл транспортында йәки дауалану урынына барыу һәм ҡайтыу өсөн.
Пенсия фондының район идаралығы етәксеһе.