Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2021, 11:55

“Утты туҡтат!” мәғлүмәт кампанияһы

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығында “Утты туҡтат!” федераль янғынға ҡаршы мәғлүмәт кампанияһы сиктәрендә кәңәшмә уҙҙы.

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығында “Утты туҡтат!” федераль янғынға ҡаршы мәғлүмәт кампанияһы сиктәрендә кәңәшмә уҙҙы.

Башҡортостан урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин рәйеслегендә уҙған кәңәшмәлә Республика балалар экологик-биологик үҙәге етәксеһе Екатерина Кошелева, республика мәктәп урмансылыҡтары кураторы – Республика балалар экологик-биологик үҙәгенең урман экологияһы бүлеге методисы Галина Мельникова, йыйылма-аналитик һәм ойоштороу эше бүлеге начальнигы Айрат Искәндәров ҡатнашты.

Илгиз Фәтҡуллин белдереүенсә, дәүләт өсөн урманда һәм уның эргәһендәге биләмәләрҙә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен күҙәтеү, ҡоро үләнде үртәү зыяны тураһында мәғлүмәтте халыҡҡа таратыу эшен көсәйтеүгә йүнәлтелгән янғынға ҡаршы иҫкәртеү саралары өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора.

– Республиканың Мәғариф министрлығы һәм урындағы үҙидара органдары, төп һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары менән берлектә беҙгә 1 марттан 30 сентябргә тиклем флешмобтар, конкурстар, асыҡ дәрестәр, фотокүргәҙмәләр һәм башҡа саралар үткәреү бурысы тора. Шулай уҡ был ваҡытта “Утты туҡтат!” мәғлүмәт кампанияһы осоронда Рәсәй сығанаҡтарын һаҡлау һәм ҡоро үләнде үртәргә ярамағанлыҡын аңлатыу буйынса социаль әһәмиәтле видеороликтар төбәк телеканалдарында, интернет-сығанаҡтарҙа, ведомствоның, махсуслашҡан учреждениеларҙың рәсми сайттарында урынлаштырыласаҡ, – тип уртаҡлашты министр урынбаҫары.

“Утты туҡтат!” федераль янғынға ҡаршы мәғлүмәт компанияһы инде дүртенсе йыл уҙғарыла. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проектын бойомға ашырыуға булышлыҡ итә.

Автор: Рәмилә Мусина.


Читайте нас: