Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2021, 13:09

Тарихҡа иғтибар кәмемәһен

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән республикала 2021 йыл Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителде.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән республикала 2021 йыл Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителде.
Ул йәмғиәттең иғтибарын башҡорт халҡы тарихына һәм башҡорттарҙың Рәсәй, донъя күләмендә ниндәй роль уйнауына йүнәлтеү маҡсатында бойомға ашырыла.
Йылды үткәреү буйынса тейешле методик күрһәтмәләр раҫланған. Башҡорт тарихы йылының мөһим йүнәлештәре – башҡорт ырыуҙары тарихына, Карауанһарай тарихи-архитектура комплексына арналған саралар уҙғарыу, “Шайморатовсылар” халыҡ проектын дауам итеү, күренекле башҡорт эшмәкәрҙәренең иҫтәлеген мәңгеләштереү, “Мин – “төньяҡ амурҙары” вариҫы” проектын ғәмәлгә ашырыу һәм башҡалар. Башҡорт тарихы йылы концепцияһына ярашлы, йыл дауамында проекттар республиканың һәр районында, шулай ук башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә ойошторола.
Башҡорт тарихы йылын үткәреү буйынса мәғлүмәт менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының https://kurultai.ru/ сайтында танышырға мөмкин.
Читайте нас: