Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2021, 13:30

Башҡортостанда социаль ярҙам мәсьәләләре буйынса күп каналлы элемтә линияһы эшләй башланы

25 ғинуарҙан республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгендә граждандарға социаль ярҙам күрһәтеү буйынса консультация биреүсе күп каналлы телефон эшләй башланы.

Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгендә граждандарға социаль ярҙам күрһәтеү буйынса консультация биреүсе күп каналлы телефон эшләй башланы.
Оператор мөрәжәғәт иткән тема буйынса консультация һәм асыҡлау өсөн һорауҙар бирә, кәрәк булһа, мәсьәләне хәл итеү өсөн мөрәжәғәтте контролгә ала, тип хәбәр итә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте.
Хеҙмәт күрһәтеү сифатын яҡшыртыу маҡсатында балалы ғаиләләр, ветерандар, инвалидтар һәм башҡа категория граждандар өсөн ташламалар категорияһын һайларға мөмкин.
Республиканың барлыҡ ҡалалары һәм райондары өсөн телефон бер үк: 8 (347) 200-80-80. Үҙәктең Бәләбәй районы һәм Бәләбәй ҡалаһы буйынса филиалы менән бәйләнешкә инеү өсөн әлшәйҙәргә өҫтәмә 106 һанын йыйырға кәрәк.
Күп каналлы телефон эш көндәрендә 8 сәғәт 30 минуттан 17 сәғәт 30 минутҡа тиклем эшләй. Шәмбе һәм йәкшәмбе - ял көндәре. Һөйләшеү ваҡыты элемтә операторының тарифтары буйынса түләнә.
Киң мәғлүмәт сараларында һәм республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге сайтында элек урынлаштырылған “ҡыҙыу линия” телефондары аша “граждандарға мәғлүмәт биреү 1 февралдән туҡтатыласаҡ.
Читайте нас: