Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2021, 14:00

Әсәйемдең йылы һүҙҙәренән һағыш-борсоуҙарым тарала

Әсәй. Һәр кем өсөн ул иң һөйөклө, донъяла берҙән-бер ғәзиз кеше. Бөгөн мин дүрт балаға ғүмер бүләк иткән әсәйем Нәфисә Ғабдрахман ҡыҙы Сәйфетдинова тураһында һөйләргә теләйем.

Әсәй. Һәр кем өсөн ул иң һөйөклө, донъяла берҙән-бер ғәзиз кеше. Бөгөн мин дүрт балаға ғүмер бүләк иткән әсәйем Нәфисә Ғабдрахман ҡыҙы Сәйфетдинова тураһында һөйләргә теләйем.

Ул Ғәйнәямаҡ ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлап, Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлаша. Әммә ауылдашы, бөҙрә сәсле гармунсы егет Рафаил һөйкөмлө ҡыҙҙы ситкә ебәрергә теләмәй. Яҙмыштарын бергә бәйләп, йәштәр Яңауыл ауылына (хәҙер ул район үҙәге биҫтәһе) күсеп килә. Йорт алып, мал-тыуар үрсетеп, матур донъя ҡоралар. Икеһе лә данлыҡлы ”Завет Ленина” колхозында хеҙмәт һала. Атайыбыҙ ғүмере буйы тракторҙа эшләне, уңғандар сафында булды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бөгөн арабыҙҙа юҡ инде. Әсәйебеҙ сөгөлдөрөн дә утаны, ырҙын табағында ла эшләне. Ә колхозда икмәкхана асылғас, уны, оҫта хужабикә булараҡ, икмәк бешерергә саҡыралар. Ул оҙаҡ йылдар ауылдаштарын тәмле ҡамыр ризыҡтары менән ҡыуандыра.

Ата-әсәйебеҙ өс ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе, беҙҙә ғаилә ҡиммәттәрен ҡәҙерләп һаҡларға, берҙәм булырға, тырышып эшләргә өйрәттеләр. Хәҙер һәр беребеҙҙең үҙ тормошо, үҙ донъяһы, әммә беҙ әле лә һөйөклөбөҙҙөң хәстәрен тойоп йәшәйбеҙ. Ул өс килене һәм кейәүе өсөн дә ҡәҙерле әсәй, бөтә ейән-ейәнсәрҙәре һәм әлегә берҙән-бер бүләһенең яратҡан өләсәйе лә. Туғандары һәм күршеләре менән татыу ғүмер кисерә, ҡунаҡсыл йортонан кеше өҙөлмәй.

Әсәйебеҙҙең эшһеҙ ултырған сағын күрмәҫһең, ул һаман һыйыр тота, күпләп ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса ултырта, сәскәләр үҫтерергә ярата. Уның ҡоймаҡ-бәлештәре, бауырһаҡтары, хуш еҫле икмәге ашап туйғыһыҙ. Яңы рецепт күреп ҡалһа, мотлаҡ бешереп ҡарай. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә барыбыҙға ла йылы ойоҡбаштар һәм бейәләйҙәр бәйләй. Буш ваҡыттарында китап уҡырға ярата, китапханаға йыш йөрөй.

Әсәй ҡәҙерен, уның балалары өсөн өҙөлөүен үҙең әсәй булғас ҡына аңлайһың икән. Ғәзиземдең эргәмдә булғанына яҙмышыма сикһеҙ рәхмәтлемен, ул бәлә-ҡазаларҙан аралай, йылы һүҙҙәре менән йыуата, йәшәүгә көс бирә, фәрештә кеүек, бөтә ауырлыҡтарҙан ҡурсалай. Сәләмәтлек ташламаһын һине, әсәй!

Форсаттан файҙаланып, шулай уҡ ағайҙарыма һәм еңгәләремә лә рәхмәт әйткем килә. Минең кеүек, ҡыҙыма ла дүрт ағаһы һәр саҡ ышаныслы терәк булһын ине.

Ләйсән НУРЕТДИНОВА,

күп балалы әсә.
Читайте нас: