-9 °С
Болотло
Республика Хөкүмәте күрһәтмәһенә ярашлы, 18 ғинуарҙан 19 февралгә тиклем “Ҡаргиҙәр” айлығы үткәрелә.
- Операцияның төп маҡсаты - ҡаргиҙәрҙәрҙе ҡулланғанда хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, кәрәкле документтар: идара итеү хоҡуғына таныҡлыҡ, теркәлеү таныҡлығы булыу-булмауын тикшереү, - тип хәбәр иттеләр Әлшәй районы буйынса Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһында.
Инспекция хеҙмәткәрҙәре юлһыҙ йөрөүсе техника хужаларына уларҙы ҡулланыу ҡағиҙәләре һәм нормалары талаптарын күҙәтеү кәрәклеге тураһында хәтерҙәренә төшөрҙө.
Үҙ хәбәрсебеҙ.
Фото: Pinterest