Былтыр Башҡортостанда милли проекттар сараларын тормошҡа ашырыуға 30,9 миллиард һум аҡса бүленгән, шуның 20 миллиард һумы – федераль аҡса. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов һөйләне.
Уның әйтеүенсә, милли проекттар һөҙөмтәһендә былтыр республикала 24 балалар баҡсаһы һәм биш мәктәп төҙөлгән, 110 фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған, Республика онкология диспансерындағы хирургия корпусына яңы төкәтмә һалынған. Башҡортостан поликлиникалары һәм дауаханалары бер йылда 200 берәмектән ашыу яңы медицина ҡорамалы, шул иҫәптән КТ, МРТ аппараттары алған.
Милли проекттар 103 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү, Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхите булдырыу конкурсы нигеҙендә Ишембайҙа, Бөрөлә һәм Бәлбәйҙә күләмле өс проектты тормошҡа ашырыу мөмкинлеген биргән. Бынан тыш, төбәктә 305 километр юл капиталь ремонтланған, 2,450 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, 888 социаль әһәмиәтле объект интернетҡа тоташтырылған.