Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 12:21

Территориаль һайлау комиссияһы составы раҫланды

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары менән райондың территориаль һайлау комиссияһы төҙөлдө.

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары менән райондың территориаль һайлау комиссияһы төҙөлдө.
Территориаль һайлау комиссияһының яңы составына туғыҙ кеше инде:
Нина Бибаева – йәшәгән урыны буйынса һайлаусылар йыйылышы тарафынан тәҡдим ителде:
Даниил Вәлиев – ЛДПР-ҙан,
Алина Ғабдрахманова - «Рәсәй патриоттары» партияһынан,
Михаил Кобыляцкий - район Советы тәҡдим иткән,
Гөлнур Ҡотлогилдина - «Ғәҙел Рәсәй» партияһынан,
Зилә Мөхәмәтйәнова – «Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы»нан,
Руфина Чудина - «Рәсәй Пенсионерҙар партияһы социаль ғәҙеллек өсөн»,
Рәйлә Шафиҡова – элекке составтың территориаль һайлау комиссияһы тарафынан тәҡдим ителде,
Дмитрий Шелковников – «Берҙәм Рәсәй» партияһынан.
Район территориаль һайлау комиссияһы рәйесе итеп Рәйлә Шафиҡова тәғәйенләнде.
Республика Үҙәк һайлау комиссияһының икенсе ҡарары менән Әлшәй районының барлыҡ егерме ауыл биләмәһе һайлау комиссияларының вәкәләттәрен район территориаль һайлау комиссияһына йөкмәтте.
Зилә ВӘЛИУЛЛИНА.
Читайте нас: