Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2020, 19:00

“Раевка” кино залы нисек эшләй?

“Гәзиттә район үҙәгендә кинозал асылыуы хаҡында яҙылғайны. Ауылда йәшәйбеҙ, интернет юҡ, ейәндәребеҙҙе киноға алып барырға ине, үҙебеҙҙең дә байрамса биҙәлгән Раевканы күргебеҙ килә. Кино залының нисек эшләүе хаҡында аңлатып китмәҫһегеҙме?”

- “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә бүленгән федераль грантҡа ярашлы, 3 декабрҙән Раевка ауылының социаль-мәҙәни-үҙәгендә заманса йыһазландырылған кинозал эшләй башланы.
Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы ай һайын буласаҡ фильмдар репертуарын ебәрә. Хәҙер, үҙебеҙҙең йәки сит илдең яңы киноларын ҡарау өсөн, ҡалаға барырға кәрәкмәй. Был фильмдарҙы Раевка кино залында ҡарай алаһығыҙ. Фильмдарҙы 3D форматта күрһәтеү ҙә күҙалланған.
Кинозал кесаҙнанан йәкшәмбегә тиклем эшләй. Эш көндәрендә кино күрһәтеү 16 сәғәттә һәм 19 сәғәт 30 минутта, ә шәмбе һәм йәкшәмбе –11 һәм 16 сәғәттәрҙә. Билет хаҡы - 100 һумдан алып, уны кассала ҡулаҡсаға ғына һатып алырға мөмкин. Өҫтәмә мәғлүмәт ВКонтакте һәм Инстаграм селтәрҙәрендәге “Раевка” кинозалы төркөмөндә, шулай уҡ мәҙәниәт бүлеге сайтында ҡуйыласаҡ.
Бөтә ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса 3-07-56 телефонына шылтыратырға мөмкин.
Читайте нас: