Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2020, 17:00

Хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында полицияға хәбәр итегеҙ

Бөгөн эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренә граждандар мөрәжәғәттәре менән эшләүҙә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә.

Граждандарҙың полицияға телдән, яҙма формала йәки телефон аша мөрәжәғәт итеүенә ҡарамаҫтан, бер генә хәбәр ҙә иғтибарһыҙ ҡалырға тейеш түгел.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса бүлегендә мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итеү һәм теркәү дежур часта тәүлек әйләнәһенә, шулай уҡ 3-09-91, 3-12-09, 02 телефондары буйынса алып барыла.

Яҙма мөрәжәғәт туранан-тура автор йәки уның мәнфәғәттәрен яҡлаусы кеше тарафынан дежур часҡа ебәрелә. Шул уҡ ваҡытта оператив дежурный талон–белдереү бирә.

Мөрәжәғәттәрҙе почта аша ла ебәрергә мөмкин. Улар мотлаҡ теркәлергә тейеш һәм алынғандан һуң өс көн эсендә ҡарала. Барлыҡ конверттар, шул иҫәптән айырым кешегә «шәхсән» тамғаһы менән ебәрелгәндәре лә, режим һәм эштәр башҡарыусы бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан асылырға тейеш.

Бынан тыш, раҫланған графикка ярашлы, эш көндәрендә Эске эштәр министрлығының бүлек етәксеһе, полиция подполковнигы А. С. Чугунов һәм уның урынбаҫарҙары граждандарҙы ҡабул итә. Шәхси ҡабул иткәндә лә ғариза йәки хәбәр бирергә мөмкин, ул һуңынан теркәлә һәм башҡарыусыға тикшереү өсөн тапшырыла.

Эске эштәр органдарына мөрәжәғәт иткәндә исем-шәрифтәрегеҙҙе һәм йәшәгән адресығыҙҙы хәбәр итергә кәрәк. Автор тураһында мәғлүмәт һәм почта адресы, уның буйынса яуап ебәрелергә тейеш, күрһәтелмәгән мөрәжәғәттәр аноним тип иҫәпләнә.

Бынан тыш, һеҙ енәйәттәр, хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында хәбәрҙәрҙе ҡабул итеү, теркәү һәм ҡарау буйынса дәүләт хеҙмәтенән www.gosuslugi.ru порталында файҙалана һәм интернет-мөрәжәғәтте Рәсәй Эске эштәр министрлығының теләһә ҡайһы департаментына ебәрә алаһығыҙ.

Гүзәл МОРАТХУЖИНА,

Эске эштәр министрлығы бүлегенең штаб етәксеһе.

Читайте нас: