Ирекмәнлекте үҫтергән өсөн Башҡортостанда волонтерҙарҙы “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне (волонтеры)” почет билдәһе менән бүләкләйәсәктәр.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проекты сиктәрендә ирекмәндәр өсөн маҡтаулы бүләк булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
– Май айында ирекмәндәр Республика Башлығы менән осрашты. Һөҙөмтәлә төбәктә ирекмәнлекте үҫтереү өсөн шарттар булдырыу буйынса йомоштар теҙмәһе барлыҡҡа килде. Уларҙың береһе – волонтерҙар өсөн почетлы бүләк булдырыу. Был республиканың барлыҡ ирекмәндәр командаһы хеҙмәтенә ҙур баһа, – тип билдәләй БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов.
Башҡортостан Хөкүмәте Почет билдәһен һәм уға кенәгә әҙерләү өсөн финанс сығанағын билдәләй. Бүләкте Республика Башлығының эштәр идаралығы тәьмин итә, тип белдерә БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостана
Фото – БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.