Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2020, 11:36

Онкология диспансерына яңы ҡорамалдар

Яҡын арала тағы ла ике заманса линиялы тиҙләткесте монтажлау тамамлана. Республикалағы радиология хеҙмәте Рәсәй төбәктәре араһында иң яҡшыларҙың береһенә әүерелә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Яман шеш ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” төбәк проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Республика онкология диспансерына быйыл ике мультиспиралле компьютер томографы, магнит-резонанслы томограф, ике заманса юғары энергиялы линиялы тиҙләткес тапшырылды. Заманса ҡорамалдар аныҡ диагноз ҡуйыу, йылдам тикшереү, пациенттарҙы дауалау һөҙөмтәлелеген арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.

Быйыл онкология диспансерында күләмле яңыртыу булды. Иҫке компьютер томографы урынына өр-яңы функциональ аппарат ҡуйылды. Бынан тыш, нур терапияһын планлаштырыу өсөн киң апертуралы КТ ҡуйылды. Хәҙер республика халҡына донъя стандарттарына ярашлы радиология ярҙамы күрһәтелә.

Яҡын арала тағы ла ике заманса линиялы тиҙләткесте монтажлау тамамлана. Республикалағы радиология хеҙмәте Рәсәй төбәктәре араһында иң яҡшыларҙың береһенә әүерелә.

Фото: health.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова.

Читайте нас в