Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2020, 19:20

Күп балалы ғаиләләргә аҙыҡ-түлек йыйылмалары

Әлшәй районында оҙаҡ һаҡланған аҙыҡ-түлек, шул иҫәптән макарон, консерва, көнбағыш майы, он, шәкәр, шулай уҡ көндәлек кәрәк-яраҡтары ингән йыйылмаларҙы 95 ғаилә аласаҡ.

Коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеү режимы ғәмәлдә булыу сәбәпле, граждандарҙың аҙ тәьмин ителгән категорияһына ярҙам итеү маҡсатында, “Магнит” сауҙа селтәре «Берҙәм Рәсәй» партияһы менән берлектә #МагнитЗабота социаль программаһын башлап ебәрҙе.

Әлеге программа сиктәрендә дүрт һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ишле ғаиләләр бушлай аҙыҡ-түлек йыйылмалары ала.

- Әлшәй районында оҙаҡ һаҡланған аҙыҡ-түлек, шул иҫәптән макарон, консерва, көнбағыш майы, он, шәкәр, шулай уҡ көндәлек кәрәк-яраҡтары ингән йыйылмаларҙы 95 ғаилә аласаҡ. Уларҙы «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе вәкилдәре «Беҙҙең хәстәрлек» колл-үҙәге волонтерҙары менән берлектә республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән исемлек буйынса таратасаҡ, - тине волонтерлыҡ хәрәкәте координаторы Динар Әхмәҙрисламов.

Бөгөнгө ҡатмарлы мәлдә иң мөһиме - яҡындарыбыҙ, юғары хәүеф төркөмөндә булған кешеләр тураһында хәстәрлек күреү. Район хакимиәтенең йәштәр эштәре комитеты ҡарамағында коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы көрәш буйынса колл-үҙәк эшен дауам итә, унда аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтереүгә, шулай уҡ үҙ аллы изоляцияла булған өлкән йәштәге һәм аҙ мобилле граждандарға торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә заявка ҡалдырырға була. Заявканы 8 (34754) 3-07-77, 8-917-80-27-690 телефондары буйынса бирергә мөмкин. Активист-йәш гвардиясылар һеҙгә ярҙамға киләсәк!

Ирина ВЛАДИМИРОВА.

Читайте нас: