6-10-сы синыф уҡыусылары 29 ноябргә тиклем өйҙән уҡыуҙы дауам итә.
Бындай ҡарар оператив штаб тарафынан республика территорияһына коронавирус инфекцияһын индереү һәм таратыуға юл ҡуймау маҡсатында ҡабул ителде.
1-5-се һәм 11-се синыфтар, шулай уҡ аҙ комплектлы мәктәп уҡыусылары, ғәҙәттәгесә, белем усаҡтарында уҡыуҙарын дауам итә.
Эпидемиологик хәлгә бәйле, 11-се синыфтар өсөн йомғаҡлау иншаһы яҙыу датаһы ла күсерелде. Ул 2 декабргә планлаштырылғайны. Рособрнадзор иншаны 2021 йылдың 5 апреленән һуң яҙыу тураһында иғлан итте. Һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар йомғаҡлау иншаһы урынына изложение яҙыу хоҡуғына эйә.
Үҙ хәбәрсебеҙ.