Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь 2020, 13:05

Республикала ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге эшләй

Уны ойоштороу тураһындағы бойороҡҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Үҙәккә Дәүләт Йыйылышы депутаты Римма Үтәшева етәкселек итә.

Уны ойоштороу тураһындағы бойороҡҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Үҙәккә Дәүләт Йыйылышы депутаты Римма Үтәшева етәкселек итә.

Ситуация үҙәге коронавирус инфекцияһына бәйле мәсьәләләр буйынса оператив консультация өсөн булдырылған. Көн һайын 8 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем 8(347) 218-19-19 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.

«Үҙәк кешеләрҙең мөрәжәғәттәрен кәметер тип өмөтләнәбеҙ, сөнки йыш ҡына кешегә килеп тыуған хәлгә квалификациялы аңлатма биреү йәки ҡайҙан ярҙам алыу өсөн кәңәш биреү ҙә етә», - тине республика Башлығы Радий Хәбиров.

Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холында урынлашҡан үҙәктә шылтыратыуҙар ҡабул итеүсе операторҙарҙан тыш, медицина эксперттары – Башҡортостан медицина университеты уҡытыусылары, Роспотребнадзор, Росздравнадзор хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар квалификациялы консультация бирәсәк.

Шулай уҡ республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының тәүлек әйләнәһенә эшләүсе 8(347) 286-58-27, 279-91-20 “ҡыҙыу линия” телефоны ла бар. Табипты 1301 номеры буйынса саҡыртырға йәиһә doctor.bashkortostan.ru берҙәм медицина порталында “Пациенттың шәхси кабинеты” һәм “Табипҡа” мобиль ҡушымтаһы аша ҡабул итеүгә яҙылырға мөмкин.

Фото: bioform.ru

Читайте нас: