Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2020, 19:00

Өлөшләтә төҙөлөштә әсәлек капиталын ҡулланыуға бәйле үҙгәрештәр

Өлөшләтә төҙөлөштә әсәлек капиталын ҡулланыуға бәйле законға төҙәтмәләр үҙ көсөнә инде.

Өлөшләтә төҙөлөштә әсәлек капиталын ҡулланыуға бәйле законға төҙәтмәләр үҙ көсөнә инде.

Эскроу иҫәбе ябылған осраҡта өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу килешеүен тарҡатҡанда әсәлек капиталы аҡсаһы Пенсия фондына (уның территориаль органдары) күсерелгән иҫәпкә биш көн эсендә кире ҡайтарылырға тейеш.

Пенсия фонды аҡсаларҙы кире ҡайтарыу тураһындағы мәғлүмәтте дәүләт ярҙамына өҫтәмә хоҡуғы булған кешеләр тураһындағы федераль регистрҙағы әсәлек капиталы алыусы тураһындағы мәғлүмәттәргә индерә.

Ошо йылдың июлендә өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу тураһындағы Федераль законға төҙәтмәләр индерелде. Яңылыҡтарҙың береһе шулай уҡ өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыуға йәки кредит килешеүенә киткән әсәлек капиталына ҡағыла.

Әгәр өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу өсөн тарҡатылған килешеүҙе түләү йәки шундай өлөшләтә төҙөлөш өсөн кредит килешеүе өсөн, әсәлек капиталы ҡулланылған булһа, банк өлөшсө ғаризаһы нигеҙендә Пенсия фондына запрос ебәрә һәм аҡсаны кире ҡайтара.

Бынан тыш, әгәр төҙөүсе ойошма банкротҡа сыҡһа һәм күп фатирлы йорт проблемалылар рәтенә күсһә, әсәлек капиталы шулай уҡ кире ҡайтарылырға тейеш. Был осраҡта Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау фонды ярҙамға киләсәк.

Шулай итеп, индерелгән төҙәтмәләр граждандарға кире ҡайтарылған аҡсаларҙы суд органдарына мөрәжәғәт итмәйенсә генә файҙалана алыу мөмкинлеге бирә.

Наталья ШАҺИЕВА,

Росреестр Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы.

Читайте нас: