«Дача амнистияһы» 2026 йылдың мартына тиклем оҙайтылды
Дәүләт Думаһы депутаттары «дача амнистияһы»ның ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтты.
Граждандар торлаҡ йәки баҡса йорттарына хоҡуҡты 2026 йылдың 1 мартына тиклем ябайлаштырылған тәртиптә теркәй ала. Шулай уҡ шәхси торлаҡ төҙөлөшө йәки шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу өсөн ер участкаларында 2018 йылдың 4 авгусынан һуң төҙөлә башлаған торлаҡ йорттар төҙөү тураһында мәғлүмәт биреү тәртибе лә биш йылға оҙайтылды.
Программа ғәмәлдә булған 14 йыл эсендә Рәсәйҙә 14 млн объектҡа хоҡуҡ ябайлаштырылған тәртиптә теркәлде. Ошо йылдарҙа беҙҙең республикала «дача амнистияһы» буйынса 750 мең хоҡуҡ теркәлгән. Шуның 433 меңе – РФ Ер кодексы ғәмәлгә ингәнсе шәхси ярҙамсы, дача хужалығы алып барыу өсөн бирелгән ер участкаларына, 173 меңе – дача һәм баҡса төҙөлөшө объекттарына, 139 меңе шәхси торлаҡ йорттарға ҡағыла.
Наталья ШАҺИЕВА,
Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы.