Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2020, 11:45

Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республикала “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде.

Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, Башҡортостанда был милли проектты тормошҡа ашырыу алдынғы темптар менән бара.
Республика һаҡсыл етештереү принциптарына уҡыу үткән белгестәр һаны буйынса милли проекттың тәүге өсәүһе исемлегенә инә. Программала 1388 кеше ҡатнашҡан, был пландан – 168 процент. Милли проектҡа йәлеп ителгән предприятиелар күләме лә маҡсатлы күрһәткестәрҙән күберәк. Был исемлеккә әле үк 87 ойошма ингән һәм уларҙың һаны үҫеүен дауам итә. 2020 йылда хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫеше 3,1 процент тәшкил иткән, был дөйөм ил күрһәткестәренән юғарыраҡ. Рөстәм Моратов белдереүенсә, Башҡортостан милли проектты тормошҡа ашырыу буйынса беренсе урындарға сығыу маҡсаты ҡуя.
Программала ҡатнашыусыларға һаҡсыл етештереү индереү һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса эксперттар ярҙам итә. Бынан тыш улар өсөн федераль һәм төбәк Сәнәғәтте үҫтереү фондтарынан ташламалы займ алыу мөмкинлеге бар. Яңылыҡтар тураһында һөйләп, беренсе вице-премьер 2021 йылдан ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу критерийҙары үҙгәрә тине. Артабан килем буйынса минималь һикәлтә ҙурая, исемлектән торлаҡ-коммуналь өлкә ойошмалары юғаласаҡ, шул уҡ ваҡытта сауҙа предприятиелары өҫтәләсәк. Эксперт ярҙамы форматы ла үҙгәрер тип көтөлә.
Был яңылыҡтар Төбәк компетенция үҙәгенә көсөргәнеште арттырасаҡ һәм ул штатты арттырыуҙы талап итәсәк. Әле бында һигеҙ белгес эшләй, күрше төбәктәр менән сағыштырғанда бик аҙ.
– Был бик мөһим йүнәлеш һәм уның менән етди шөғөлләнергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: