Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2020, 11:28

“Эколайн” ҙур маҡсаттар менән йәшәй

Республикала резина ҡатнашмалар етештергән “Эколайн” предприятиеһы һаҡсыл етештереү алымдарын ғәмәлгә индереү һөҙөмтәһендә хеҙмәт етештереүсәнлеген 45 процентҡа арттырырға ниәтләй.

Республикала резина ҡатнашмалар етештергән “Эколайн” предприятиеһы һаҡсыл етештереү алымдарын ғәмәлгә индереү һөҙөмтәһендә хеҙмәт етештереүсәнлеген 45 процентҡа арттырырға ниәтләй. Компания Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында ҡатнаша. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.
“Милли проектта ярты йыл ҡатнашыу осоронда “Эколайн” эшкә сарыфланған ваҡытты – 40, тамамланмаған етешереүҙе 48 процентҡа ҡыҫҡартырға ниәтләй. Компания хеҙмәт етештереүсәнлеген 45 процентҡа арттырыуға иҫәп тота”, – тине Рөстәм Моратов.
Предприятиела резина ҡатнашмалар етештереү процесын ҡулайлаштырыуҙы планлаштыралар. Был ҡатнашмалар компанияның стратегик продуктын тәшкил итә.
“Һаҡсыл етештереүҙе ғәмәлгә индереү һөҙөмтәһендә “Эколайн”да уңайлы эш шарттары булдырыласаҡ. Мәҫәлән, ауыр төргәктәрҙе даими күтәреүгә, ауыштырыуға ихтыяж ҡалмаясаҡ”, – тине Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялар үҙәге етәксеһе Руслан Нуретдинов.
Читайте нас: