Өфө нефть техник университеты, Башҡортостан Республикаһының Фәнде үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү фонды, "Дотком" бизнес-акселераторы ошондай программа тәҡдим иткән, тип белдерҙе республика Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы.
Рәсәй мәғлүмәт технологиялары үҫеше фондының (РФРИТ) гранттар конкурсында еңгән шифаханалар 20 миллион һумдан 300 миллионғаса финанс ярҙамы аласаҡ. Ғаризалар grantrb.ru сайтында 28 октябргә тиклем ҡабул ителә.
Был хаҡта Башҡортостан шифаханаларында һанлы технологияларҙы үҫтереү буйынса онлайн-вебинар ойоштороусылар хәбәр итте. Уны Өфөлә IT-проекттар өсөн төбәк акселерация программаһы белгестәре уҙғарҙы.
Өфө дәүләт нефть техник университетының технологик эшҡыуарлыҡ үҙәге директоры Сергей Гладких әйтеүенсә, грант аҡсаһы менән проект хаҡының 80 процентына хәтлем ҡапларға мөмкин. Уны һанлы үҫеш өсөн кәрәкле ҡорамалдар, уларға тейешле программалар һатып алыуға, эш хаҡын түләргә тотонорға була.
Онлайн-вебинарҙа шифаханалар вәкилдәренә эште һанлаштырыу мөмкинлектәре, уларҙы тормошҡа ашырыуҙағы финанс ярҙамы варианттары тураһында һөйләнеләр.
Онлайн-вебинар – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы заказы буйынса ил Президенты Владимр Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Һанлы иҡтисад" милли проектының "Һанлы технологиялар" федераль проекты буйынса тормошҡа ашырыла.