Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2020, 14:25

“Мир” картаһына күсеү ваҡыты йыл аҙағына тиклем оҙайтылды

Рәсәй банкы пенсионерҙар һәм социаль пособие алыусыларға “Мир” картаһына күсеүҙе 31 декабргә тиклем оҙайтты.

Милли түләү системаһы карталарына мотлаҡ күсеү ваҡыты 1 июлгә тиклем тамамланырға тейеш ине, әммә ул пандемияға бәйле, тәүҙә 1 октябргә тиклем, ә хәҙер йыл аҙағына тиклем оҙайтылды. Шул уҡ ваҡытта хаҡлы ялдағыларға пенсияларын элеккесә алыу мөмкинлеге лә һаҡлан, мәҫәлән, банктан йәки почтанан ҡулаҡсаға.

Рәсәй Банкы бүлексәһе – Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк хәбәр итеүенсә, 2021 йылдан Пенсия фондынан пенсия һәм башҡа түләүҙәр, йөклөлөк һәм бала тыуғандан һуң бирелгән пособиелар, 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләүҙәр, өсөнсө һәм артабанғы балаларға түләүҙәр “Мир” картаһына күсереләсәк.

Читайте нас: