Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2020, 11:46

Эшҡыуарҙар өсөн

Башҡортостанда ун бишенсе тапҡыр “Йыл эшҡыуары” конкурсы ойошторола.

Ул беренсе мәртәбә 2005 йылда үткәрелде һәм артабан мөһим сараларҙың береһенә әйләнде. Конкурс ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проектын, шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы уҙғарыла. Сарала республикала теркәлгән, төрлө өлкәлә кәмендә ике йыл эшҡыуарлыҡ алып барған йүнселдәр, предприятиелар ҡатнаша ала.

Үткән йылдағыларҙан айырмалы, быйылғы конкурс ике өлөштән тора. 10 сентябрҙән 20 октябргә тиклем барған һайлау (муниципаль) этабына район һәм ҡала хакимиәттәре тарафынан ғаризалар ҡабул ителә. Артабан республика этабына үткән ғаризалар 21 – 31 октябрҙә ҡарала. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы декабрҙә буласаҡ.

Конкурсанттарҙың эшмәкәрлеге 2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса баһаланасаҡ. Шулай итеп, иң яҡшы эшҡыуарҙар сауҙа, көнкүреш хеҙмәттәре, етештереү, транспортировкалау һәм һаҡлау, йәмәғәт туҡланыуы, йүнселдәр өсөн консалтинг хеҙмәте, туризм, креатив (ижад) индустрияһы, IT һәм һанлы технологиялар, социаль яуаплы эшҡыуарлыҡ, йылдың динамикалағы стартап тигән номинациялар буйынса һайлап алынасаҡ.

Конкурсты Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ойоштора. Конкурс положениеһы менән https://biznestur.bashkortostan.ru/documents/active/311673/ һылтанмаһы буйынса инеп, ентекләберәк танышырға мөмкин.

Автор: Айһылыу Низамова

Фото: ackpe.ru

Читайте нас: