Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2020, 17:30

Еңеүселәр иҫәбендә әлшәйҙәр ҙә бар

Өфөлә иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусыларын хөрмәтләү тантанаһы булды.

Өфөлә иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусыларын хөрмәтләү тантанаһы булды.

Йыл һайын Башҡортостандың 50 уҡытыусыһы һөҙөмтәле һөнәри эшмәкәрлеге һәм республика мәғарифын үҫтереүгә тос өлөш индергән өсөн 50 мең күләмендә аҡсалата премия менән бүләкләнә. Быйыл комиссия тарафынан 125 уҡытыусының конкурс материалдары ҡаралды.

Еңеүселәр иҫәбендә өс Әлшәй педагогы – башҡорт лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Рәүеф ҡыҙы Вәлиуллина, Раевка гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзиә Шакир ҡыҙы Зарипова һәм 2-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Флүрә Риф ҡыҙы Хәмиҙуллина ла бар.

Читайте нас: