Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөндә республика Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» проектын раҫлау тураһында указға ҡул ҡуйҙы, ул оло йәштәгеләрҙең һаулығын нығытыуға, социаль әүҙемлек осорон оҙайтыуға йүнәлтелә.
Тормош сифатын яҡшыртыу буйынса төп сараларҙың береһе – “Әүҙем оҙон ғүмерлелек академияһы” һаулыҡ мәктәптәре үҫеше.
«Халыҡ диспансеризация үткән саҡта поликлиникаларҙа «көмөш сәғәт» индерәбеҙ. Ошо ваҡыт арауығы, шартлы итеп әйткәндә, ике-өс сәғәт, өлкән йәштәгеләргә генә диспансеризация үткәреү өсөн файҙаланыла. Был уларға уңайлы булыр. Шулай уҡ медицина учреждениеларында өлкән быуын кешеләре өсөн махсус һаулыҡ мәктәптәрен асабыҙ. Унда рациональ туҡланыу, сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса курстар ойоштороу ҡарала. Медицина блогына райондарға сығып, комплекслы медицина тикшереүе ойошторған сәләмәтлек поездары ла инә», - тине Радий Хәбиров.
“Оло йәштәгеләр өсөн халыҡ университеты”нда уҡыу программалары һәм курстар ойоштороласаҡ, пенсионерҙарҙың финанс һәм һанлы технологиялар буйынса белемдәре камиллаштырыласаҡ. Пенсионерҙарға компьютерҙы үҙләштереү өсөн сертификат алыу мөмкинлеге лә бирелә. Шуның менән улар уҡыу өсөн кәрәкле ойошманы үҙҙәре һайлай ала.
Программаның тағы бер йүнәлеше туризмға бәйле. Туризм буйынса дәүләт комитеты яғынан тыуған төйәгебеҙ буйлап сәйәхәт итергә, яңы ерҙәрҙе күрергә теләгәндәргә экскурсиялар өсөн субсидия бүлеү планлаштырыла. Был эшкә республиканың барлыҡ власть органдары һәм район-ҡала хакимиәттәре йәлеп ителә.