1 октябрҙән граждандарҙы хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш башланды
Быйыл көҙ республиканан дүрт меңгә яҡын кеше армияға китәсәк, улар иҫәбендә илленән ашыу Әлшәй егете лә бар.
- Хәрби хеҙмәткә саҡырылыш буйынса бөтә саралар санитария-эпидемиология талаптарын иҫәпкә алып үткәреләсәк, - тип билдәләне Әлшәй һәм Дәүләкән райондары, Дәүләкән ҡалаһы буйынса хәрби комиссариаттың граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу бүлеге етәксеһе Илдар Ғилманов. – Әлшәй районынан 56 егет һалдат кейеме кейәсәк. Уларҙың күбеһе ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк.
Республика хәрби комиссариатынан хәбәр итеүҙәренсә, хеҙмәткә саҡырылыусылар йыйылма пунктта COVID-ҡа экспресс-тест үтә, биналарға көн һайын дезинфекция яһала. Буласаҡ һалдаттарға шәхси гигиена әйберҙәре менән махсус контейнерҙар һәм битлектәр бирелә. Әгәр ҙә берәйһендә респиратор сирҙәр асыҡланһа, улар шунда уҡ айырым бүлмәгә урынлаштырыла, коронавирусҡа тест үтә һәм тейешле медицина ярҙамы ала.
Көҙгө саҡырылыш 31 декабргә тиклем дауам итә.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.