Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2020, 20:00

Социаль килешеү нигеҙендә адреслы ярҙам

Башҡортостан Рәсәйҙең 21 субъекты иҫәбендә социаль килешеү нигеҙендә адреслы ярҙам күрһәтеү буйынса тәүге проектта ҡатнаша.

Башҡортостан Рәсәйҙең 21 субъекты иҫәбендә социаль килешеү нигеҙендә адреслы ярҙам күрһәтеү буйынса тәүге проектта ҡатнаша.

Проект граждандарға дәүләт биргән аҡсалар ярҙамында матди хәлен үҙ аллы яҡшыртыу мөмкинлеге бирә. Ярҙамды йән башына уртаса килеме уларға бәйле булмаған сәбәптәр арҡаһында республикала билдәләнелгән йәшәү минимумы кимәленән түбән булған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, аҙ тәьмин ителгән яңғыҙ йәшәгән граждандарға күрһәтелә. Социаль килешеү социаль адаптация программа йөкмәткеһенән сығып өс айҙан бер йылға тиклем төҙөлә.

Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам түбәндәге осраҡтарҙа күрһәтелә:

эш эҙләүгә - эшкә урынлашҡан көндән 10 мең 434 һум күләмендә айлыҡ түләү алырға мөмкин, әммә өс айҙан да артыҡ түгел;

һөнәри уҡыу үтеүгә йәки өҫтәмә һөнәри белем алыуға – хеҙмәт баҙарында ҙур һорау менән файҙаланылған йүнәлтмәһе буйынса уҡыу курсы хаҡын ҡаплау өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү, әммә 30 мең һумдан артмаҫҡа тейеш;

шәхси эшҡыуарлыҡ эшен бойомға ашырыуға – үҙ эшеңде ойоштороу өсөн 250 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү. Аҡса ҡорамалдар алыуға, өҫтәмә эш урындары булдырыуға һәм йыһазландырыуға тәғәйенләнгән.

Бөгөн районда дәүләт ярҙамынан дүрт кеше файҙаланды, тағы ла дүртеһе ярҙам алыу өсөн документтар тапшырҙы.

Проектта ҡатнашыу шарттары тураһында тулы мәғлүмәтте халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә (Раевка ауылы, Киров урамы, 3, тел. 2-34-83) йәки “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгендә алырға мөмкин.

Венера ХӘМИҘУЛЛИНА,

халыҡты эш менән тәьмин итеү буйынса көньяҡ- көнбайыш район-ара үҙәгенең Әлшәй районы буйынса бүлеге етәксеһе.

Читайте нас: