Әлшәй хәбәрҙәре
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2020, 12:05

Мәктәптәрҙә медицина инспекторҙары нимә менән шөғөлләнәсәк?

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, улар иң беренсе йәһәттә мәктәпкәмәктәп эсендә үткәреү режимын күҙәтеү аҫтында тотасаҡ.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, улар иң беренсе йәһәттә мәктәпкәмәктәп эсендә үткәреү режимын күҙәтеү аҫтында тотасаҡ.

Тағы ла температураны үлсәү, антисептик кәрәк-яраҡтың,бактерицид лампаларҙың булыуын, социаль аралыҡты һаҡлауҙы үтәүҙе тикшереү, мәктәп эсен еүеш сепрәк менән таҙартыуҙы ойоштороу ҙа улар бурысына инә. Смена һанына ҡарап, һәр бер мәктәптә бер йәки 2 инспектор эшләйәсәк. Талаптарҙы үтәү тураһында мәғлүмәттәр махсус чек-ҡағыҙға яҙылып барыласаҡ.

Алдан хәбәр ителеүенсә, медицина инспекторҙары булып Башҡорт дәүләт медицина университеты, медицина колледждарының юғары курс студенттары, ординаторҙары эшләйәсәк. Медицина инспекторы булып эшләү студентҡа уҡыу практикаһы булып һанала.

Читайте нас: