Әлшәй хәбәрҙәре
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2020, 17:00

Һуғыш тураһында тарихты онотмайыҡ

3 сентябрҙә традицион “Еңеү диктанты” акцияһы уҙасаҡ.

3 сентябрҙә традицион “Еңеү диктанты” акцияһы уҙасаҡ

Ойоштороусылар билдәләүенсә, Хәтер һәм дан йылында Бөйөк Ватан һуғышы тарихын яҡшы белеүселәр өсөн акцияла беҙҙең илебеҙҙән тыш, сит илдәрҙе лә иҫәпкә алып, миллионға яҡын кеше ҡатнашасаҡ.

Тест 25 һорауҙан тора. Һорауҙарҙың бишеһе аныҡ территорияға - Рәсәйҙең федераль округы йәки “Еңеү диктанты” үткәреләсәк илгә бәйле буласаҡ.

Башҡортостанда диктант 80 майҙансыҡта ойошторола, шуларҙың береһе беҙҙең районда, М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында үтәсәк.

Проекттың диктантпобеды.рф сайтында алдан теркәлеү башланды ла инде. Ошонда уҡ үҙ илеңдең тарихын белеүгә алдан тикшереү тестарын үтергә мөмкин.

Читайте нас в