Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Август 2020, 12:00

Ҡалала автобуста онотҡан әйбереңде нисек табырға?

Ҡалала эшкә ашыҡҡанда, йәки иғтибарһыҙлыҡ сәбәпле автобуста йыш ҡына халыҡ әйберҙәрен онотоусан, ярай ҙа сығыр алдынан кондуктор күреп ҡалып иҫкәртһә. Ғәҙәттә, онотолған әйберҙәрҙе ҡабат табып алырына берәү ҙә ышанмай.

Ҡалала эшкә ашыҡҡанда, йәки иғтибарһыҙлыҡ сәбәпле автобуста йыш ҡына халыҡ әйберҙәрен онотоусан, ярай ҙа сығыр алдынан кондуктор күреп ҡалып иҫкәртһә. Ғәҙәттә, онотолған әйберҙәрҙе ҡабат табып алырына берәү ҙә ышанмай. Ә бына Алина исемле ҡыҙ улай тип уйламай.

"Яндекс. Район” сервисында Алина исемле Өфө ҡыҙы “Башавтотранс” автобустарында онотолған әйберҙәрҙе табыу серҙәрен асҡан. Ул үҙе ике тапҡыр зонтигын, уҡыу билетын юғалтып, һуңынан табып алған. Был хаҡта UfaTime.ru баҫмаһы яҙып сыҡҡан.

Алина әйтеүенсә, автобуста әйбереңде онотҡаныңды аңғарһаң, кисекмәҫтән 8(937)330-81-32 шылтыратырға кәрәк. Баҡтиһәң, был диспетчер урыны, һәм автобуста онотолған бар әйберҙәрҙе шунда алып баралар икән. Әгәр ҙә инде уны кондуктор йәки автобус водителе тапҡан булһа.

Ҡаланың күп кешеләре был турала тәүге тапҡыр ишеткән һәм Алинаның файҙалы мәғлүмәтенә бик рәхмәтле ҡалған. Ысынлап та, бик әһәмиәтле мәғлүмәт. Автобуста әйберен юғалтҡандар, төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ, тиҙерәк шылтырата һалығыҙ!

Фото: yandex.fr

Читайте нас: