Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Август 2020, 11:30

Бер тоҡ шәкәр үҙ хужаһын тапты

Һәм бына, ниһайәт, икенсе ярты йыллыҡҡа гәзиткә яҙылған өсөн төп приз уйнатылды.

“Вәғәҙә иткән бер тоҡ шәкәрҙе ҡасан уйнатаһығыҙ? Яңы уңыш өлгөргәнен көтәһегеҙме?" - тип шаярыу ҡатыш һорау бирә гәзит уҡыусыларыбыҙ.

Һәм бына, ниһайәт, икенсе ярты йыллыҡҡа гәзиткә яҙылған өсөн төп приз уйнатылды. “Раевка шәкәр заводы” бағыусыһы тәҡдим иткән 25 килограмлыҡ бер тоҡ шәкәр Чайкино ауылынан Гөлсинә Ғариповаға эләкте! Еңеүсене документтары һәм гәзиткә яҙылыу квитанцияһы менән эш көндәрендә редакцияла көтәбеҙ.

Эйе, приз уйнатыу – ул лотерея билеты кеүек, кемдер еңә, кемдер еңелә. Алда тағы ла яңы бүләктәр булыр, тип ышанабыҙ. Сөнки киләһе йылдың беренсе ярты йыллығына “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитенә яҙылыу дауам итә. 31 авгусҡа тиклем район баҫмаһына әлеге хаҡтар буйынса яҙылырға мөмкин. Беҙҙең менән ҡалығыҙ!

Читайте нас: