Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мәктәптәрендә яңы уҡыу йылының ниндәй шарттарҙа башланасағы тураһында хәбәр итте.
*Беренсенән, мәктәптәрҙә кабинет системаһы индерелә. Элекке кеүек кластан класҡа йөрөү булмаясаҡ, физкультура, физика, химия, информатика, технология дәрестәренән тыш.
*Тәнәфестәр ваҡыты төрлөсә буласаҡ.
*Мәктәптәрҙә ололар өсөн ҡәтғи битлек режимы индерелә.
*Уҡыусылар һәм уҡытыусылар ағымы бүленәсәк. Уҡыу учреждениеларына инә торған бөтә ишектәр асыҡ буласаҡ, шулай уҡ запас ишектәр ҙә.
*Уҡыу бүлмәләрен һәм коридорҙарҙы график буйынса елләтеү, уларҙы дезинфекция саралары менән эшкәреү мотлаҡ.
*Балалар күпләп йыйыла торған урындарҙа – ашханаларҙа, спорт залдарында, коридорҙарҙа - һауа таҙартҡыстар урынлаштырыласаҡ.
*Һәр бер мәктәптә дәрестәр башланыр алдынан мотлаҡ температураны үлсәйәсәктәр. Кемдәрҙе уҡыуға автобус йөрөтә, уларҙың температураһын автобусҡа ултырыр алдынан тикшерәсәктәр.
*Дәрестәр 5 минутҡа ҡыҫҡартыла.
*Социаль дистанцияны һаҡлау мотлаҡ.
“Был шарттарҙың үтәлешен медицина инспекторҙары контролдә тотасаҡ. Улар тикшереүҙәрҙе 1 сентябрҙән башлаясаҡ. Инспекторҙар сифатында беҙҙең медуниверситет һәм һигеҙ медицина колледжы студенттары буласаҡ, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
“Башинформ”.
Фото: 360tv.ru