Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2020, 18:00

“Таланттар марафоны” саҡыра

Күп балалы ғаиләләр бөтә Рәсәй ижад конкурсында ҡатнаша ала.

Күп балалы ғаиләләр бөтә Рәсәй ижад конкурсында ҡатнаша ала.

“Күп балалы Рәсәй” проекты сиктәрендә “Таланттар марафоны” инде алты йыл уҙғарыла һәм, ойоштороусылар әйтеүенсә, ишле ғаиләләрҙәге балаларға үҙҙәрен танытыу, ижади башланғыстарына ирек биреү, ҡыйыулыҡҡа өйрәнеү һәм илдең атҡаҙанған артистары менән бергә ҙур сәхнәгә сығыу мөмкинлеге бирә.

Быйыл конкурс онлайн-форматта уҙа. Ҡатнашыусылар дүрт номинацияла (вокал, хореография, һөйләшеү жанры, халыҡ марафоны) үҙ таланттарын күрһәткән видеороликтарын ебәрә. Еңеүселәрҙе ноябрҙә федераль телеканалдарҙың береһендә күрһәтеү планлаштырылған. Әсәйҙәр көнөнә бағышланған концертты телевидениеға төшөрөүҙә ҡатнашасаҡ.

Проект тураһында тулы мәғлүмәт һәм ҡатнашыусы анкетаһы https://многодетные-семьи.рф/marafon. сайтында урынлаштырылған.

"Ҡушылығыҙ, ҡатнашығыҙ, еңегеҙ, аралашығыҙ! Ә беҙ һеҙгә юғарыға күтәрелергә һәм еңеүгә яҡынлашырға ярҙам итәсәкбеҙ!» - тип саҡыра ойоштороусылар.

Читайте нас: